10 декабрь, Шәмбе

02 май 2012 йыл, 17:00

БР буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы тағы граждандарҙы ҡабул итә

автор: Ольга Мортазина

5 майҙа БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе Мөхәммәт Тажетдинов менән БР буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тикшереү идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Сергей Курбатов граждандарҙы ҡабул итә.

Ҡабул итеү 14-16 сәғәттәрҙә үткәрелә, 3 һәм 4 майҙа (8-347) 279-40-93 телефоны аша алдан яҙылырға мөмкин.

— Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшмәкәрлеге йәмәғәтселектең хоҡуҡ һаҡлау органдары менән иң һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү формаларының береһе булып тора, — тип аңлатма бирҙеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.