5 декабрь, Дүшәмбе

02 май 2012 йыл, 16:09

Өс район хеҙмәтсәндәре иген сәсеүҙе тамамланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өс район игенселәре май байрамдарында яҙғы иген культураларын сәсеүҙе тулыһынса тиерлек тамамланы. Былар Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел районы хужалыҡтары. Был муниципалитеттарҙың аграрийҙарына биш проценттан да аҙыраҡ майҙандарын сәсеп бөтөргә ҡалған.

— Башлыса майҙың икенсе яртыһында сәселергә тейешле йылы яратыусы ҡарабойҙай һәм тары ғына ҡалды, — тип аңлатма бирҙеләр сәсеү барышына БР Ауыл хужалығы министрлығында. – Шулай булғас, был райондарҙа иген сәсеү тамамланды, тиергә мөмкин.

Республикала урыны менән бер аҙ ямғырҙар үтеүенә ҡарамаҫтан, байрам көндәрендә сәсеү кампанияһының ҡыҙыу темпта алып барылыуын билдәләргә кәрәк. Райондарҙың күбеһендә өс көндә планлаштырылған майҙандарҙың тағы өстән бер өлөшөндә яҙғы культуралар сәселгән.

Республика буйынса дөйөм алғанда 811 мең гектарҙа яҙғы сәсеү үткәрелгән. Был — планға ҡарата 43 процент, шуларҙың 661 мең гектарын яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары биләй (55 процент).

2012 йылғы сәсеү кампанияһы республикала тамамланыу стадияһына яҡынлаша.