Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Миҙгел башынан алып Башҡортостанда 28 урман янғыны теркәлгән

Йәмғиәт

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә 28 урман янғыны теркәлгән, уларҙң дөйөм майҙаны 180 гектарҙан ашып киткән.

Май байрамдарында Ғафури урман хужалығында аҫтан таралыусы янғын асыҡланған һәм һүндерелгән. Бында 0,5 гектарҙа урман янған.

«Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллиндың хәбәр итеүенсә, 28 осраҡтың 13-өндә халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында янғын сыҡҡан, ут таралыуға ике осраҡта –ойошмалар, тағы икәүһендә ауыл хужалығы эштәре алып барғандарҙың баҫыуҙарға ут төртөүе сәбәпсе. Ҡалған 11 янғындың ни сәбәпле сығыуы әле асыҡлана.

БР Урман хужалығы министрлығының Диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй.  Дәүләт урман һағының тура линия телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 (бөтә телефондарҙан да шылтыратыу бушлай).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть