7 декабрь, Шаршамбы

02 май 2012 йыл, 15:16

Туфан Миңнуллин вафат булды

автор: "Башинформ"

Бөгөн төндә 77-се йәшендә күренекле татар драматургы, прозаик, публицист, ТР Дәүләт Советы депутаты, Ҡазан ҡалаһының почетлы гражданы Туфан Абдулла улы Миңнуллин вафат булды. Был турала «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Туфан Миңнуллин 1935 йылдың 25 авгусында Татарстандың Кама Тамағы районы Оло Мәрәтхужа ауылында тыуған.

1956—1961 йылдарҙа Мәскәүҙә М.С.Щепкин исемендәге театр училищеһында уҡый.

1961—1964 йылдарҙа Минзәлә академия театрында актер булып эшләй, бер үк ваҡытта драматургия менән шөғөлләнеүен дауам итә.

1962 йылда Минзәлә академия театрында уның «Беҙҙең ауыл кешеләре» комедияһы ҡуйыла. Ошо уҡ йылды Ғ.Камал исемендәге Татар Дәүләт Академия театрында уның «Азат» пьесаһы-әкиәте буйынса спектакль сәхнәләштерелә.

1964—1967 йылдарҙа Ҡазан телестудияһында мөхәррир була, шул уҡ ваҡытта «Шаян» (Скорпион) журналында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара.

1968 йылдан профессиональ нигеҙҙә әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.

1975—1977 йылдарҙа — Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

1984—1989 йылдарҙа — ТАССР Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе.

Уның театр йәмәғәтселеге араһында киң танылыу алған пьесалары араһында «Беҙҙең ауыл кешеләре» (1961), «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш» (1972), «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» (1984), «Беҙ китәбеҙ, һеҙ ҡалаһығыҙ» (1986), «Хушығыҙ» (1993) «Ҡанҡай улы Бәхтийәр» тарихи драмаһы (1974), «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «Әлдермештән Әлмәндәр», «Илгизәр + Вера», «Баскетболист», «Бисура», «Йән киҫәккәйем» комедиялары һәм башҡалар бар.

Был пьесаларҙың күбеһе М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Башҡортостандың башҡа театрҙарында сәхнәләштерелде. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың атҡаҙанған эшмәкәре кеүек һәм башҡа бихисап титулдарҙан тыш, Туфан Миңнуллинға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме лә бирелгән.