6 декабрь, Шишәмбе

02 май 2012 йыл, 14:34

Ағиҙел йылғаһына 6500 уҡбалыҡ селбәрәһе ебәреләсәк

автор: Галина Бахшиева

Кесаҙна, 3 майҙа, Дүртөйлө янында Ағиҙел йылғаһына 6500 селбәрә ебәреләсәк. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара предприятиелар тарафынан етештереү эшмәкәрлеге арҡаһында һыу ресурстарына килтерелгән зыянды ҡаплауға йүнәлтелгән компенсация сараларын үҙләштереүе сиктәрендә ойошторола.

— Аҡса «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән бүленгән. Ойошма «Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән уҡбалыҡ селбәрәһе һатып ала һәм уларҙы һыуға ебәреү өсөн махсус контейнерҙарҙа Ағиҙел йылғаһына алып килә, — тип аңлатты БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.