10 декабрь, Шәмбе

02 май 2012 йыл, 12:52

Афған һуғышын үткән ветерандар Өфөлә йыйыла

автор: Тимур Рәхмәтуллин

5 майҙа Өфөләге «Ҡайғырыусы әсә» мемориалы алдында ветерандарҙың – Афғанстандағы Сикләнгән совет ғәскәрҙәре контингенты составындағы 5-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы 101-се полкы яугирҙарының тантаналы осрашыуы үткәрелә. Ойоштороусыһы – Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы.

«Башинформ» агентлығына ветерандар ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәповтың хәбәр итеүенсә, сара барышында сафҡа теҙелеү тантанаһы, наградалар һәм бүләктәр тапшырыу, һәйкәлгә сәскәләр һалыу һәм концерт үтәсәк.

— Башҡортостандың баш ҡалаһында бындай осрашыу тәүге тапҡыр үткәрелә, — тип билдәләне Тимерйән Рәжәпов. – Еңеү көнө алдынан башҡа төбәктәрҙә Афған һуғышын үткән ветерандар йыйылышы электән ойошторола. Мәскәүҙәге ошондай күләмле сара, мәҫәлән, меңләгән ветеранды йыя. Быйыл Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең бихисап ҡалаларында осрашыуҙар үткәреү планлаштырылған.

Уның әйтеүенсә, ошо осрашыуҙан башлап, Өфөлә лә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы йыл һайын тәбрикләү йолаһына нигеҙ һалынасаҡ.  

Йыйылыу ваҡыты – 16 сәғәттә.