7 декабрь, Шаршамбы

02 май 2012 йыл, 12:34

Аҙна аҙағында тағы эҫе көндәр башлана

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Эш аҙнаһы аҙағына тиклем Башҡортостанда һалҡынса болотло һауа торошо һаҡланасаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала көндөҙ плюс 13 градус булыуы көтөлә. Артабан көндәр йылыта башлай һәм 20 градусҡа етә. Төнөн һалҡын – плюс берҙән һигеҙ градусҡа тиклем.

Алдағы көндәрҙә бер аҙ ямғырҙар яуыуы ихтимал. Синоптиктар фаразлауынса, эҫе көндәр Башҡортостанға ошо ялда уҡ әйләнеп ҡайтасаҡ.

темалар: һауа торошо