7 декабрь, Шаршамбы

02 май 2012 йыл, 12:22

БР Төҙөүселәр союзы ағзалары квалификацияһын күтәрә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ойошмалар — Башҡортостандың Төҙөүселәр союзы ағзалары квалификацияһын күтәрәсәк. БР Төҙөүселәр союзы Советы ошондай ҡарар ҡабул итте. Биш йылға бер тапҡыр квалификация күтәреү менән аккредитация үткән белем биреү ойошмаһы шөғөлләнәсәк.

Бынан тыш, пландан тыш квалификация күтәреү үткәрелеүе лә ихтимал. Хеҙмәтсәндәр белеменең етерлек булмауы асыҡланыуы, вазифаға тәғәйенләнеү йәки икенсе эшкә күсерелеү, шулай уҡ бер йылдан ашыу эшләмәү уны үткәреүгә нигеҙ булып тора.

БР Төҙөүселәр союзынан хәбәр итеүҙәренсә, квалификация күтәреү имтихандар ярҙамында үткәрелә. Аккредитация үткән белем биреү ойошмалары, уларҙың ҡайҙа урынлашыуы, квалификация күтәреү шарттары һәм уны үткәреү тәртибе тураһында тулы мәғлүмәт менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

темалар: төҙөлөш