Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Йылытыу миҙгеле йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге иҫәбендә

Иҡтисад

Башҡортостан йылытыу миҙгелен үткәреү буйынса Рәсәйҙең бөтә субъекттары араһында унынсы урын алды. 2011-2012 йылғы көҙгө-ҡышҡы миҙгелде үтеү буйынса төбәктәр рейтингыһы Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы менән әҙерләнде. Бында ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге баһаланды.

Рейтингыла беренсе урынды Мәскәү алды, икенсе баҫҡыста – Воронеж өлкәһе. Ростов өлкәһе властары өсөнсө урында килә.

Беҙҙең яҡын күршеләр араһынан: Татарстан исемлектә 13-сө урында килә, Пермь крайы – 18-се, Силәбе өлкәһе –32-се, ә Ырымбур өлкәһе ни бары 68-се урында.

Рейтинг төҙөгәндә федераль ведомство төбәктәрҙең мәғлүмәттәрҙе ваҡытында биреүен һәм уларҙың асыҡлығын иҫәпкә алған. Йәшәйеште тәьмин итеү системаларындағы аварияларҙың иҫәбе һәм уларҙы бөтөрөү срогы, яғыулыҡ запасы һәм электр менән тәьмин итеү өсөн резерв сығанаҡтар булыуына ла ҙур әһәмиәт бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть