4 декабрь, Йәкшәмбе

02 май 2012 йыл, 11:22

Өфөлә вакансиялар һаны артты

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә бер аҙна эсендә буш эш урындары 1500 берәмеккә артҡан. Бөгөн ҡаланың вакансиялар банкында 21700 эш урыны иҫәпләнә.

Ошо уҡ ваҡытта ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә 8200 эшһеҙ иҫәптә тора, уларҙың 7400-ө тиерлек эшһеҙлек буйынса пособие ала.

Өфөнөң хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты бер аҙ кәмеп, әле 0,4-кә тиң. Рәсми эшһеҙлек кимәле лә төшкән һәм 1,46 процентты тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенән.

Бөгөн мәшғүллек хеҙмәтендә йәмғеһе 8700-ләп кеше иҫәптә тора.