Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә профсоюздарҙың Беренсе май акцияһы үтте

Сәйәсәт

Башҡортостан хеҙмәтсәндәре Яҙ һәм хеҙмәт байрамын билдәләне. Республикалағы төп беренсе май акцияһы Өфөнөң В.И.Ленин майҙанында йәйелдерелде. Ул ҡала хакимиәте ярҙамында БР Профсоюздар федерацияһы менән ойошторолдо һәм «Ғәҙеллек төҙөргә бирәһеңме!» девизы аҫтында үтте.

Төшкө ун икелә майҙанда бер нисә меңләп кеше йыйылды. Хеҙмәтсәндәр митингыла иғлан иткән төп талаптар ғәҙел һәм, дөйөм алғанда, күптән традицияға ингән. Улар «Лайыҡлы эш хаҡы өсөн!», «Халыҡтың тулы мәшғүллеге өсөн!», «Хәүефһеҙ эш шарттары өсөн!», «Ышаныслы социаль гарантиялар өсөн!», «Йәштәрҙең һәм ветерандарҙың именлеге өсөн!» сығыш яһаны.

Митингыла БР Профсоюздар федерацияһы, тармаҡ профсоюздары комитеты етәкселеге, ҡала хакимиәтенең, хеҙмәт коллективтарының вәкилдәре сығыш яһаны. Акцияға «Берҙәм Рәсәй» партияһының һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның төбәк бүлексәләре лә ҡушылды.  

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов үҙенең сығышында эш хаҡының түбән булыуын илдәге төп социаль проблема тип атаны. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә әле килеме йәшәү минимумынан түбән 18 миллиондан ашыу фәҡир иҫәпләнә, ә Башҡортостанда улар — 400 меңдән ашыу.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов быйыл маевкаға 110 йыл тулыуын билдәләп, төрлө милләт вәкилдәрен, төрлө дин тотҡан кешеләрҙе берләштергән был байрам Башҡортостандың баш ҡалаһында һәр ваҡыт киң билдәләнде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөгөн дә был традиция һаҡлана, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан Өфөлә ике дөйөм ҡала өмәһе үтте, унда тиҫтә меңләп кеше ҡатнашты.

Митингыла сығыш яһаусылар илдәге һалым һалыу системаһының ғәҙел булмауына баҫым яһаны: Рәсәйҙә байҙар ҙа, ярлылар ҙа бер үк һалым түләй (13%). Улар байҙар өсөн һалымды арттырыуҙы, ә йәшәү минимумынан кәм табыш алғандарҙы һалымдан азат итеүҙе талап итте.

Акция сиктәрендә йәнә концерт ойошторолдо һәм «Беренсе май. Хеҙмәтсәндәр. Профсоюздар» тип аталған балалар һүрәттәре конкурсына йомғаҡ яһалды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть