6 декабрь, Шишәмбе

02 май 2012 йыл, 9:57

Эшҡыуарҙарҙы майҙа Өфөлә өс түләүһеҙ консультация көтә

автор: Любовь Колоколова

Өфө Эшҡыуарҙар берләшмәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә май айында бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары эшмәкәрлеге буйынса түләүһеҙ өс консультация үткәрелә. Эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген күтәреү һәм юридик белемен арттырыу маҡсатында улар ай һайын ойошторола.

Шулай итеп, 15 майҙа «Һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу һәм бухгалтерлыҡ иҫәп-хисабын алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына консультацияны «Бизнес-партнер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Диана Киселева үткәрәсәк.

22 майҙа «Нисек яңы эш асырға. Ойоштороу-хоҡуҡи формаһын һайлау. Предприятиены (йәки шәхси эшҡыуарлыҡты) теркәү тәртибе» темаһына адвокат Фидель Фәтхиев үҙ кәңәштәрен бирә.

29 майҙа «Өфө ҡалаһындағы «Рәсәй» ғүмерҙе страховкалау йәмғиәте» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Ирина Буравова эшҡыуарҙарҙы пенсия һәм ирекле пенсия формалаштырғанда һалым һалыу буйынса льготалар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса консультация бирә.  

Консультациялар 16 сәғәттән 18-гә тиклем үткәрелә. Алдан теркәлеү мотлаҡ.  Белешмәләр өсөн телефон: 241-47-44.