28 апрель 2012 йыл, 17:00
Башҡортостанда түләүле юл барлыҡҡа киләсәк
автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанда түләүле юл барлыҡҡа киләсәк. Бында Баулы (Татарстан) – Күмертау республика трассаһы тураһында һүҙ бара. Уның төҙөлөшө быйыл уҡ башланып, күҙалланыуынса, 2015 йылда тамамланырға тейеш.
БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында билдәләнеүенсә, был проект «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт коридорын булдырыу сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Юл төҙөлөшөнә яҡынса 102 млрд һум тотоноу планлаштырыла. Трассанан файҙаланған өсөн түләүгә килгәндә, еңел автомобилдәр өсөн ул 1 километрына яҡынса 70 тин, йөк машиналары өсөн 1 һум 60 тин буласаҡ.
«Башинформ»дың әүәлерәк хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль трассаларҙа яҡын арала түләүле участкалар булмаясаҡ. Федераль юл агентлығының «Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы шундай мәғлүмәт бирә.


