6 декабрь, Шишәмбе

28 апрель 2012 йыл, 15:52

Силәбелә ҙур уңыш менән Роберт Юлдашевтың концерты үтте

автор: Динә Нафикова, Марина Шумилова

Силәбе трактор заводы театрында ҙур уңыш менән виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң концерты үтте. Сараны төбәктең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы һәм Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы ойошторҙо.

Концерт барышында тамашасылар боронғо башҡорт музыка ҡоралдарының сихри моңона сорналды, шулай уҡ башҡарыусының үҙе менән дә аралашты. Көй башҡарыр алдынан Роберт Юлдашев тормош, уның матурлығы, рухи ҡиммәттәр тураһындағы уй-фекерҙәре менән бүлеште, Чили Республикаһындағы аварияла ниндәйҙер мөғжизә менән тере ҡалған шахтерҙар менән аралашыуы хаҡында һөйләне. Концерт тамашасы күңеленә хуш килде.

Силәбе өлкәһендә Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө йәнә бер концерт ҡуясаҡ, сара 28 апрелдә Озерск ҡалаһында үтә.