Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғы ун төбәк исемлегенә инде

Иҡтисад

Башҡортостан илдә торлаҡ төҙөлөшө буйынса Рәсәйҙең алдынғы ун субъекты исемлегенә инде. Росстат 2012 йылдың беренсе кварталында торлаҡты сафҡа индереү күләмдәрен иҫәпләп сығарҙы.

Иң күп торлаҡ Краснодар крайында төҙөлә, бөтә Рәсәйҙә файҙаланыуға тапшырылғандың 9,9 проценты унда сафҡа индерелгән. Артабан Мәскәү өлкәһе килә — 8%. Төмән өлкәһендә — 6,4, Татарстанда — 6,1%. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын һәм Ставрополь крайын артта ҡалдырып, Башҡортостан исемлектә һигеҙенсе урында килә. Төбәк өлөшөнә Рәсәйҙә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 3 проценты тура килә.

Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл беренсе кварталда дөйөм майҙаны 9,8 млн квадрат метрға тиң йәмғеһе 111,8 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылдағы кимәлгә ҡарағанда 5,7 процентҡа күберәк.

Шәхси төҙөүселәр менән дөйөм алғанда 5,3 млн квадрат метрлыҡ 37,9 мең торлаҡ йорт сафҡа индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть