28 апрель 2012 йыл, 15:03
Май байрамдары арҡаһында Башҡортостанда ҡала яны поездарының расписаниеһы үҙгәрә
автор: Любовь Колоколова
Май байрамдары осоронда һәм ял көндәренең күсерелеүе арҡаһында Башҡортостан территорияһында ҡала яны поездары йөрөшө үҙгәртелә.
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4, 11 майҙа электричкалар – эш көнө (кесаҙна) расписаниеһы; 5, 12 майҙа – йома расписаниеһы; 30 апрелдә, 6, 7, 8 майҙа – ял көнө (шәмбе) расписаниеһы; 1, 9, 13 майҙа – йәкшәмбе расписаниеһы; 2, 10 майҙа дүшәмбе расписаниеһы буйынса йөрөйәсәк.
Байрам көндәрендә 7221-се, 7223-сө, 7222-се «Күмертау – Стәрлетамаҡ – Өфө», 7225-се, 7224-се, 7226-сы «Өфө – Стәрлетамаҡ – Күмертау» , 6420-се «Өфө – Урман», 6460-сы «Раевка – Өфө» поездарының хәрәкәте лә үҙгәрә.
Ҡала яны поездарының расписаниеһы һәм уларҙағы бөтә үҙгәрештәр тураһында 8800 775 00 00, 8 (347) 229 14 98 ( «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡыҙыу линияһы) телефондары аша һәм Куйбышев тимер юлының сайтынан мәғлүмәт алырға мөмкин.


