Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Еңеү байрамы айҡанлы пенсиялар Башҡортостанда алдан бирелә

Йәмғиәт

6,7,8 майҙың ял көндәре булыуы һәм Еңеү байрамы уңайынан пенсиялар һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе таратыу Башҡортостанда махсус график буйынса ойошторола, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығында.

Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Ҡалтасы, Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө райондарында пенсиялар 3 һәм 4-е өсөн – 2 майҙа, 5 һәм 6-һы өсөн – 3 майҙа, 7-һе һәм 8-е өсөн – 4 майҙа, 9-ы өсөн 5 майҙа бирелә.

Бүтән район һәм ҡалаларҙа түләүҙәр 3 май өсөн — 3-өндә, 4-е һәм 5-е өсөн – 4 майҙа, 6-һы өсөн — 5 майҙа, 7-һе һәм 8-ҙе өсөн – 7 майҙа, 9-ы өсөн 8 майҙа башҡарыласаҡ.

10 майҙан пенсиялар таратыу билдәләнгән график буйынса дауам ителәсәк.

Теги: пенсиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть