5 декабрь, Дүшәмбе

28 апрель 2012 йыл, 14:19

Өфөлә Матрона Московская байрамы үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Матрона Московская байрамы үтәсәк. Уны хәтергә алыу көнөнә ҡарата ғибәҙәт ҡылыу 2 майҙа Сипайлово биҫтәһендә, 2011 йылда Матрона Московская хәрмәтенә төҙөлгән сиркәүҙә, ойоштороласаҡ. Сарала Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, Салауат һәм Күмертау епископы Николай, Нефтекама һәм Бәләбәй епископы Амвросий ҡатнаша. Был хаҡта Өфө митрополияһының мәғлүмәт-аналитика хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Матрона Московская – Рәсәйҙә халыҡ тарафынан хөрмәт ителгән изге кешеләрҙең береһе. Ул дауалау һәләте менән киң билдәле булған. Матрона изге һыу менән төрлө ауырыуҙарҙан дауалаған, кешеләрҙе бәлә-ҡазаларҙан иҫкәрткән. Уға ауыр тормош хәлендә ҡалғандар, сирлеләр ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Миңә ярҙам һорап килеүсе һәр кемгә ярҙам итермен, тигән ҡасандыр Матрона.

Матрона Московскаяның изге мәйетен Башҡортостанға тәүгә быйыл ҡыш алып килделәр. Изге йәнгә Өфө халҡы ғына түгел, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Нефтекама ҡалаларында йәшәүселәр ҙә мөрәжәғәт итә алды.

темалар: дин