5 декабрь, Дүшәмбе

28 апрель 2012 йыл, 13:09

Благовещенда «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» акцияһы дауам итә

автор: Гүзәл Нурисламова, Әлим Фәйезов | фото: Гүзәл Нурисламова

Ҡасандыр совет осоронда пионерҙар металл һыныҡтарын йыйып, ә китап һөйөүселәр махсус пункттарға макулатура тапшыра торғайны. Көн элгәре был матур йолаларҙың дауам ителеүен Благовещенда, «Факел» балалар ижады үҙәге һәм 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе биләмәләрендә, күҙәтеп була ине. «Яратҡан таҙа ҡалам» район экологик акцияһы сиктәрендә бына инде икенсе йома ҡалала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу пункттары асыла һәм эшләй. Теләгән һәр кем иҫке әйберҙәр алып килеп, урынына бүләк ота ала. Иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә — мәктәп уҡыусылары. Уларҙың күптәре, акцияла ҡатнашыу менән бер рәттән, яҡын тирәләге урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартты.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, акция һуңғы тапҡыр үткәрелмәй. Теләгән һәр кем ҡала таҙалығына үҙ өлөшөн индереп, бүләк ота ала әле.