Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Көйөргәҙе районында урындағы тауар етештереүселәр мәсьәләләре тикшерелде

Иҡтисад

Көйөргәҙе районында ҡулланыусылар баҙарына хаҡтар кимәле һәм республика тауар етештереүселәре продукцияһының тәҡдим ителеүе буйынса күҙәтеү яһау мәсьәләләре тикшерелде. Ошо көндәрҙә бында «Республика һәм урындағы тауар етештереүселәрҙең сауҙа предприятиелары менән үҙ-ара килешеп эш итеүе: проблемалар һәм үҫтереү мөмкинлектәре» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Сараны Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы һәм БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының мәғлүмәти ярҙамы менән муниципаль район хакимиәте һәм Эшҡыуарҙар советы ойошторҙо. Мәсьәләләрҙе тикшереүҙә 10 ауыл биләмәһе, 19 берәмләп һатыу предприятиеһы, 6 эшкәртеү предприятиеһы етәкселәре ҡатнашты.

Республика һәм урындағы тауар етештереүселәр продукцияһының берәмләп һатыу предприятиелары кәштәләрендә тәҡдим ителеү темаһы күп йылдар дауамында үҙенең актуаллеген юғалтмай. Ә Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә бәйле ҙур үҙгәрештәр алдынан ул айырыуса киҫкен тора.

Түңәрәк өҫтәлдә ауылдарҙа сауҙа хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе ойоштороу мәсьәләләре тикшереледе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан сауҙа ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән. Эшкәртеү тармағы хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнеп еткерелмәгән урындар хаҡында ла һүҙ барҙы.

Түңәрәк өҫтәл барышында әйтеп ишеттерелгән тәҡдимдәр ҙур резолюцияла сағылыш тапты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть