4 декабрь, Йәкшәмбе

28 апрель 2012 йыл, 11:58

1-10 майҙа ветерандар Өфө электротранспортында бушлай йөрөй ала

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфө трамвайҙары һәм троллейбустары ветерандарҙы бушлай йөрөтәсәк. Еңеү көнөнә арналған акция 1 майҙан 10-ына тиклем дауам итә һәм был мөмкинлектән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән граждандар, уларҙы сәфәрҙә оҙатып барыусы кешеләр ҙә файҙалана ла, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Транспортта йөрөү күләме сикләнмәй, тип билдәләнеләр Өфө мэрияһының Электротранспорт идаралығында. Бушлай юл йөрөү хоҡуғынан файҙаланыр өсөн танытма ғына күрһәтергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ошо уҡ арала ветерандар «Башавтотранс» дәүләт предприятиеһы автобустарында ла бушлай йөрөй ала.