9 декабрь, Йома

28 апрель 2012 йыл, 11:52

Күмертауҙа социаль партнерлыҡ буйынса ҡала өс яҡлы комиссияһы ултырышы үтте

автор: Марина Шумилова

«Берҙәмлек. Хеҙмәт. Теләктәшлек» девизы аҫтында Беренсе май алдынан Күмертауҙың «Таң» мәҙәниәт һарайында хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса ҡала территориаль комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда ойошма етәкселәре, профком рәйестәре, хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәр ҡатнашты. Ултырышты үткәреү алдынан ҡала округында Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнә, шулай уҡ Яҙ һәм хеҙмәт байрамына ҡарата «Хеҙмәтте һаҡлау аҙналығы» үткәрелгәйне.

Территориаль өс яҡлы комиссия ултырышында уның координаторы, ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев сығыш яһаны, тәү сиратта ул Күмертауҙа эш хаҡы кимәленә баһа бирҙе.

— Бәләкәй бизнесты иҫәпкә алмайынса, предприятие һәм ойошмаларҙа уртаса айлыҡ эш хаҡы 2011 йыл өсөн 15491,6 һум тәшкил итте. 2010 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, ҡалала уртаса хеҙмәт хаҡы 14,3 прцентҡа артты, — тип билдәләне ул. – 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Күмертауҙа иң юғары эш хаҡы – финанс эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәрҙә, производствола һәм электр энергияһын, газ һәм һыу таратыу өлкәһендә эшләүселәрҙә, иң түбән эш хаҡы – нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлегендә, ауыл хужалығында.

Ултырыш барышында 2011 йыл һәм 2012 йылдың тәүге кварталы өсөн социаль партнерлыҡ буйынса эш һөҙөмтәләре, хеҙмәтсәндәр хоҡуҡтарын яҡлауҙа профсоюздар роле, балаларҙың йәйге сәләмәтләндереү ялын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Сара аҙағында Борис Беляев производство хеҙмәткәрҙәре төркөмөнә «Хеҙмәт ветераны» һәм «Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны» танытмаларын тапшырҙы.

Шул уҡ көндө «Таң» мәҙәниәт һарайында атҡаҙанған производство хеҙмәткәрҙәре, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңеүселәр, хеҙмәт династиялары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре өсөн «Рәсәй ғорурлығы – хеҙмәт кешеләре» исемле концерт ойошторолдо.