28 апрель 2012 йыл, 11:01
Өфөлә Юрмаш йылғаһындағы күпер ябылды
автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Юрмаш йылғаһындағы күперҙе реконструкциялаған араға күпер аша автомобиль хәрәкәте ябыла. Бында «Аҡлан» («Полянка») баҡсасылар ширҡәте менән Ҡариҙел йылғаһының һул яғынан Өфө Ағас эшкәртеү комбинаты (ДОК) районындағы 19-сы коллектив баҡсалар араһындағы участка тураһында һүҙ бара.
«Башинформ»ға Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 30 тонналы йөк машинаһы үткәндән һуң күперҙең бер секцияһы емерелгән. Ремонт эштәре барған арала икенсе яҡ ярға сығырға теләүселәр паромдан файҙалана ала.


