5 декабрь, Дүшәмбе

28 апрель 2012 йыл, 10:50

Мәскәүҙең Халыҡ-ара музыка йортонда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты үтте

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

27 апрелдә Мәскәүҙә, Халыҡ-ара музыка йортонда, Башҡортостан көндәре сиктәрендә республиканың сәнғәт оҫталарының гала-концерты үтте.

Тантаналы кисәлә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға Мәскәү мэры Сергей Собянин һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.

Концертты Мәскәү халҡы шатланып ҡабул итте. Башҡортостандың сәнғәт оҫталары республиканың бай мәҙәни палитраһын — данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамбленең осҡонло бейеүҙәрен, Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Родионов һәм башҡа йырсыларҙың һоҡланғыс моңон күрһәтте. Зал һәр сығышты алҡыштарға  күмде.