4 декабрь, Йәкшәмбе

28 апрель 2012 йыл, 10:16

Тимур Хәкимов: «Мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам күрһәтеләсәк»

автор: Людмила Терновая

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың төбәктәге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Өфө ҡала Советы депутаты, «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Тимур Хәкимов граждандар менән осрашыу үткәрҙе. Ҡала халҡы закон сығарыусыға фатирҙарҙы законһыҙ һатыу, ер участкаларын хосусилаштырыу, шулай уҡ янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү мөмкинлектәренә ҡағылышлы мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте.

— Ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандар үҙ проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаясаҡ, улар өсөн быны белеү һәм тойоу мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тимур Хәкимов. – Уларҙың һәр саҡ власть органдарына, шул иҫәптән закондар сығарыусылар – ҡала Советы, республиканың Дәүләт Йыйылышы, Дәүләт Думаһы депутаттарына мөрәжәғәт итә алыуын күрәтеү мөһим.

Тимур Хәкимов йыл һайын Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә меңләгән кеше мөрәжәғәт итеүен билдәләне. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.

— Бөгөн осрашыуға баш ҡаланың Совет районы халҡы ғына килмәне, Өфөнөң башҡа райондарынан да ярҙам һәм кәңәш һорап килеүселәр булды. Проблемалар төрлө, уларҙы хәл итеү ваҡыт талап итә. Әммә һөҙөмтәлә бөгөн мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам күрһәтеләсәк, — тип ышандырҙы Өфө ҡала Советы депутаты Тимур Хәкимов.