Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Рәсәй медицина берләшмәһе менән Башҡортостандың Медицина лигаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Йәмғиәт

Йома, 27 апрелдә, Мәскәүҙә Рәсәй медицина берләшмәһе менән Башҡортостандың Медицина лигаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа академик Евгений Чазов һәм БДМУ профессоры Шамил Ганцев ҡул ҡуйҙы. Ул төрлө йүнәлештәрҙә — һаулыҡ һаҡлау өлкәһен ойоштороу, инновацион технологиялар, медицина кадрҙарын әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота.

— Әгәр ҙә беҙ Башҡортостанда эре компетенция үҙәктәрен булдырыуға өлгәшһәк, юғарыраҡ кимәлгә сығасаҡбыҙ, — тип иҫәпләй Шамил Ганцев. – Үҙәк ғилми тикшеренеү институттары федераль медицина берләшмәһе составында эшләй. Улар менән хеҙмәттәшлек итеп, әлбиттә, республикала медицинаны һәм фәнде үҫтереү өсөн яңы импульс аласаҡбыҙ. Килешеү беҙҙең өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Тик быны дөрөҫ итеп, төптән уйлап үткәреү зарур. Формаль рәүештә ҡул ҡуйыу ғына түгел, ә эшләргә кәрәк.

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре шәмбе, 28 апрелдә, Башҡортостан кинематографсылары төшөргән документаль, нәфис һәм анимацион фильмдар күрһәтеү менән тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть