3 декабрь, Шәмбе

27 апрель 2012 йыл, 15:07

Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре сиктәрендә республика үҙенең сәнәғәт һәм инвестицион мөмкинлектәре менән таныштыра

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Конгресс-үҙәгендә Башҡортостандың сәнәғәт һәм инвестицион мөмкинлектәренең презентацияһы бара.

Сарала ҡатнашыусыларға РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин мөрәжәғәт итте. Ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһын, шулай уҡ илдең һәм төбәктең закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары һәм инвестиция фондтары, эшҡыуарҙар берләшмәләре, сауҙа-сәнәғәт палаталары вәкилдәрен сәләмләне.

— Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иң ҡеүәтле төбәктәренең, бай республикаларының береһе булып тора. Производство, социаль инфраструктура, спортты үҫтереү йәһәтенән дә республиканың мөмкинлектәре шаҡтай ҙур, — тип билдәләне Сергей Катырин. – Иң мөһиме – артабан үҫешергә импульс бар, халыҡ-ара кимәлдәге етди һәм глобаль булғандарҙан алып бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү буйынса проекттарға тиклем бихисап ҡыҙыҡлы проект бар. Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының был эшмәкәрлектә лайыҡлы урын биләүенә бик шатбыҙ. Республиканы, бизнесты үҫтереүгә беҙ ҙә өлөш индерә алырбыҙ, тип уйлайым: төбәктең проекттары менән ҡыҙыҡһынған партнерҙар менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе дауам итеү мөмкинлеге булһын өсөн презентациянан һуң был эш өҫтөндә бергәләп эшләрбеҙ.

Презентацияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Рөстәм Хәмитов былай тине:

«Бында сығыш яһау, Башҡортостан, уның ҡаҙаныштары менән таныштырыу, яҡын арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе тикшереп, бергәләп беҙҙең абруйлы республиканың артабанғы йүнәлешен билдәләү беҙҙең өсөн оло хөрмәт».

Республика Президенты һүҙҙәренсә, Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте, нефть өлкәһендәге ҡаҙаныштары, машиналар эшләү тармағы бөтә донъяла киң билдәле. Әммә бөгөн республика үҫешеүен дауам итә, юғары инновацион технологиялар өлкәһенә курс алынған.

Инновацион потенциал булдырыу республика властары ҡуйған төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Төбәк алдынғы технологиялы яңы, заманса производстволар булдырыу яҡлы.

— Бөгөн беҙ «Бизнесҡа – йәшел юл» девизын иғлан иттек, эшҡыурлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән төбәктә барыһын да эшләйбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең бурыс – халыҡ өсөн эшләү, улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу.  

Осрашыу киләсәктә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирер, тип ышаныслы әйтергә була. Презентация ваҡытында уҡ ҡайһы бер ҡунаҡтар Башҡортостанға эш визиты менән килеү теләген белдерҙе.