5 декабрь, Дүшәмбе

27 апрель 2012 йыл, 14:52

Күмертауҙа Радиациялы аварияларҙа һәм фажиғәләрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған митинг үтте

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙа Радиациялы аварияларҙа һәм фажиғәләрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған митинг үтте. Ул «Аҫыл таштар» йәштәр-үҫмерҙәр үҙәге менән ойошторолдо. Сарала Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, ҡала власы, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса хәрби комиссариат бүлеге, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районынан 145 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 26-һы – Ҡаһарманлыҡ ордены, 52-һе — «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы, 11 кеше — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 29 кеше «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградланған. Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың 66-һы беҙҙең араларҙа юҡ инде.