Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскәләр һалды

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Александров баҡсаһында Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскәләр һәм веноктар һалды. Сәскәләр һалыу тантанаһында Мәскәү мэры урынбаҫары Александр Горбенко, РФ Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, төбәк министрҙары, ветерандар, йәмәғәт ойошмалары һәм йәштәрҙең патриотик берекмәләре вәкилдәре, студенттар ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Рәсәйҙең баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре үтә. Сара сиктәрендә әле РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостандың инвестицион һәм сәнәғәт ҡеүәттәренең презентацияһы бара, күргәҙмә экспозицияһы эшләй, унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Президенты Сергей Катырин ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть