8 декабрь, Кесе йома

27 апрель 2012 йыл, 12:47

«Башавтотранс» автобустарында ҡулаҡса менән иҫәпләшеүселәр өсөн юл йөрөү хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Ҡулаҡса менән түләгәндә 15, пластик карта менән түләгәндә 12 һум: «Башавтотранс» Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән бирелгән юл йөрөүгә хаҡтарҙы күтәреү мөмкинлегенән өлөшләтә генә файҙаланды.

— Дәүләт автотранспортында ҡулаҡса менән хисаплашҡанда билет хаҡы БР Хөкүмәте менән билдәләнгән дәүмәлгә — 18 һумға күтәрелмәйәсәк. Пассажирҙар әүәлгесә 15 һумға йөрөйәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары ғәмәлгә ингәндән һуң ваҡыты сикләнмәгән транспорт карталарын ҡулланыусыларға ғына юл йөрөү хаҡы үҙгәрә – ҡулаҡсаһыҙ түләгәндәргә билет хаҡы 12 һумға етәсәк. Шул уҡ ваҡытта электрон транспорт «янсығы» хужалары барыбер һәр юл йөрөүҙән өсәр һум экономиялай һәм траспорт картаһы булмаған пассажирҙарҙан арзаныраҡҡа йөрөй, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән. Уларҙың әйтеүенсә, махсус һәм экспресс-маршруттарҙа юл йөрөү хаҡы ла әүәлге кимәлдә ҡала.

«Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, көн элгәре БР Хөкүмәте сайтында баҫылған ҡарар дәүләт компанияһына юл йөрөүгә тарифтарҙы ҡулаҡса менән хисаплашҡанда 18 һумға һәм карталар менән түләгәндә 15 һумға тиклем арттырырға мөмкинлек бирә. Махсус һәм экспресс-маршруттарға сыҡҡан автобустарҙа юл йөрөү хаҡын дәүләт предприятиеһы 30 һумға күтәрергә хоҡуҡлы.