8 декабрь, Кесе йома

27 апрель 2012 йыл, 12:42

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы артабан да йәштәргә ярҙам итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы артабан дә инициативалы йәштәргә ярҙам итәсәк. Был хаҡта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл сиктәрендә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров хәбәр итте. Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй баш ҡалаһының бизнес-берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.

Юрий Пустовгаров был йүнәлештең «Стартҡа хоҡуҡ» проекты сиктәрендә үҫтерелеүен билдәләне. Унда юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы студенттар ҡатнаша.

— Былтыр йөҙ кешене алдыҡ. Бынан һуң Сауҙа-сәнәғәт палатаһы штатын ун процентҡа ҡыҫҡарттым. Йәштәр яҡшыраҡ эшләй, һәм уларға аҡсаны әҙерәк түләһәң дә була. Беҙҙән яҡшы рекомендациялар алып, йәштәрҙең күпселеге яңы эш табыуға ла өлгәште.

Йәштәр өсөн йәнә бер проект — «Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре». Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары был проектта быйыл ҡатнашасаҡ. Улар республика райондарында файҙаланылмаған ресурстарҙы табып, уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлектәрен эҙләйәсәк. Юрий Пустовгаров һүҙҙәренсә, төбәктә ике миллион квадрат метр буш майҙан бар.

— Студенттар белем алыу менән бергә, территорияны үҫтереү проекттарын әҙерләп, эшләйәсәк тә. 500 кеше алырға иҫәп тотабыҙ, — тине Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты.

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хаҡында һүҙ йөрөтөп, Юрий Пустовгаров уның республикала эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнгән иң ҙур команда булыуын билдәләне. Бөгөнгө көндә унда меңгә яҡын кеше – үтә эре, эре һәм урта бизнес вәкилдәре бар. Пустовгаров хәбәр итеүенсә, был һан киләсәктә 10 меңгә тиклем арттырыласаҡ.

Шулай уҡ 2013 йылда төбәктә бизнес-офис асыу планлаштырыла, тип белдерҙе ул. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты һүҙҙәренсә, был үҙенең инфраструктураһы булған ирекле территория буласаҡ, унда һәр дипломатик миссия килеп эшләй аласаҡ.