10 декабрь, Шәмбе

27 апрель 2012 йыл, 12:20

Башҡортостандың машина эшләүселәре ике яҡҡа ла отошло хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерә

автор: Галина Бахшиева

Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә бөгөн республикалағы машина эшләү предприятиеларының 40-тан ашыу төп техник белгесе ҡатнашлығындағы кәңәшмә үткәрелә. Сара сиктәрендә «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының производство бүлексәләренә һәм музейына барыу планлаштырыла.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө ултырыштың төп маҡсаты – ғалимдар берләшмәһе һәм республиканың башҡарма власть вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнештә машина эшләү предприятиелары араһында ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Былар барыһы бергә төбәктә һөҙөмтәле сәнәғәт сәйәсәтен формалаштырырға булышлыҡ итәсәк.