5 декабрь, Дүшәмбе

27 апрель 2012 йыл, 10:40

Рөстәм Хәмитов эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә власть һәм бизнес эшҡыуарлыҡты үҫтереү перспективаларын тикшерҙе. Брифингыла Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән түңәрәк өҫтәл ике төбәктең эшлекле элитаһы вәкилдәрен йыйҙы.  

Республикалағы инвестицион мөхит темаһына туҡталып, Рөстәм Хәмитов ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.

— Һуңғы йыл ярым эсендә беҙ күп нәмә эшләнек: өр-яңы ҡануниәт, норматив документтар формалаштырҙыҡ, төрлө ассоциацияларға индек, форумдар ойоштора башланыҡ, үҙебеҙгә ҡунаҡтар саҡырабыҙ. Һәйбәт эшлекле тормош башланды, — тине БР Президенты.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн идара итеү бизнесҡа, эшҡыуарлыҡҡа күсергә тейеш.

— Быны эшләүе еңел түгел. Беҙ теләмәгәнгә генә түгел, беҙҙең халыҡ — ил, республика халҡының да иҡтисади әүҙемлеккә күсергә теләмәүе арҡаһында ауыр. Ваҡыт кәрәк.  

Осрашыуҙа бәләкәй бизнестың баҙар иҡтисадының айырылғыһыҙ өлөшө булыуы, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың өлгәшелгән позицияларын тотороҡло һаҡлап ҡалыуҙан тыш, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы дөйөм иҡтисади күрһәткестәрҙе формалаштырыуға ла йылдан-йыл нығыраҡ йоғонто яһауы билдәләнде. Тап ошо бәләкәй һәм урта предприятиелар иң һөҙөмтәле инновацион проекттар булдырыуға, баҙар конъюнктураһы үҙгәреүенә тиҙерәк яраҡлашырға, эре предприятиелар үтә алмаған өлкәләргә үтеп инергә һәләтле.

Был өлкәләге билдәле ҡаҙаныштарға ҡарамаҫтан, эшлекле даирә вәкилдәре әүәлгесә бәләкәй һәм урта бизнесҡа әүҙем үҫешергә ҡамасаулаған бер нисә проблеманы айырып билдәләп китте. Уларҙың береһе — административ кәртәләрҙең күплеге һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлындағы тотҡарлыҡтар. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнестың дәүләт заказында аҙ ҡатнашыуы, кредиттарҙың ҡыйбатлығы һәм уларҙы алыуға шарттарҙың ҡаты булыуы, бәләкәй предприятиеларҙың ликвидлы залогтары булмауы, кредиттарҙың насар ҡайтарылыуы билдәләнде.

Шуға ҡарамаҫтан, брифингыла ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү мәсьәләләренә, уның үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, шулай уҡ социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бөгөн ҙур иғтибар бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Былар эшҡыуарҙарға һәм инновацион предприятиеларға субсидиялар биреү, кредиттар буйынса процент ставкаларын компенсациялау һәм башҡа төрлө ярҙам саралары, эшҡыуарҙарҙы уҡытыу программаһы, хоҡуҡи ярҙам һәм консультацион эштәр.

Мәскәүҙең бизнес берләшмәһе вәкилдәре билдәләүенсә, бындай ярҙам төрҙәре инновациялар өлкәһендә етештереү, хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн тәғәйенләнгән. Йәғни тос ярҙамға нығыраҡ мохтаж компанияларға. Сөнки тап уларға алға барыуы, башланғыс этапта финанслау табыуы, банктарҙан кредиттар йәлеп итеүе ҡыйыныраҡ.

Тәү сиратта инновацияларға һәм юғары технологияларға нигеҙләнеп эшләүсе етештереүсе предприятиелар ҡыҙыҡлы. Бындай бизнес ҙур күләмдә өҫтәлгән ҡиммәт һәм сифатлы эш урындары булдыра, былар үҙ сиратында ҡаланың квалификациялы кадрҙарға мохтажлығын арттырырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһының инвестицион хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров һүҙҙәренсә, инвестицион процестарға файҙаға булған бөтә нәмә автомат рәүештә тиерлек иң ҙур өҫтөнлөк ала, шуға күрә Башҡортостан да тәүгеләрҙән булып инвестицион мөхит булдырыу буйынса яңынан эшләнгән башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарттарын ҡулланыуға индереүгә тотондо. Был эш сиктәрендә инвестициялар йәлеп итеү буйынса төбәк стратегиялары әҙерләнә, БР Президенты ҡарамағында Инвестициялар буйынса йәмәғәт советы ойошторолған, уға Рөстәм Хәмитов етәкселек итә. Әле үк ҡайһы бер һөҙөмтәләре лә бар — инвесторҙар һәм төбәк етәкселеге араһында тура бәйләнеш булдырылған.

Перспективалы йүнәлештәрҙең береһе тип Андрей Назаров IT-тармағы үҫешен атаны. Әле төбәктә был йүнәлеш буйынса маҡсатлы программа әҙерләнә. Рөстәм Хәмитов IT-технологияларҙы хәҙерге замандың йәш, белемле йәштәренең бизнесы тип атаны.  

Шулай уҡ Башҡортостанда юғары технологиялы продукцияны экспортҡа оҙатыуға эшләгән етештереүселәрҙе дәртләндерергә ниәтләйҙәр.

Осрашыуҙа бәләкәй инновацион бизнес үҫешенә булышлыҡ итәсәк бизнес-инкубаторҙар, технопарктар, һәр төрлө махсус зоналар булдырыу тураһында ла һүҙ алып барылды.

Түңәрәк өҫтәл һуңында Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһында Мәскәү көндәрен үткәрергә тәҡдим итте.