Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Олимпиаданы күреп, ишетеп һәм тойоп буласаҡ

Йәмғиәт

Кесе йома, 26 апрелдә, Сочиҙа үткән I Рәсәй спорт журналистары форумы эшен өс секция майҙансығында дауам итте.

Беренсе секцияла ҡатнашыусылар Рәсәй Хоккей федерацияһының презентацияһы менән танышты, унда 1992 йылғы олимпия чемпионы Вячеслав Буцаев саҡырылды. Әлбиттә, Рәсәй Сочиҙа үтәсәк Уйындарға ҙур өмөттәр бағлай – ил олимпия «алтынын» һағынып көтә.

Икенсе секцияла РИА Новости агентлығының Корпоратив уҡыу үҙәге етәксеһе Олег Щедров журналистар өсөн оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.

Шулай уҡ был секцияла Рәсәй биатлонсылары союзы исеменән уның вице-президенты Вадим Мелихов сығыш яһаны. Был төрҙә Рәсәй 2014 йылда үтәсәк Олимпия уйындарында шулай уҡ еңеүҙәргә өлгәшә ала.

Вадим Иванович Рәсәй журналистарын арена менән таныштырҙы, тап шунда беҙ өмөттәр бағлаған спортсылар 2014 йылғы Олимпия уйындарының миҙалдар буйынса планын үтәргә ниәтләй.

Биатлон һәм саңғы уҙыштары өсөн тәғәйенләнгән был стадион «Лаура» тип атала. Төҙөлөш эштәре менән бер рәттән бында ярыштар ҙа үткәрелгән: ағымдағы йылдың февралендә биатлон буйынса Рәсәй кубогы ойошторолған. Мелихов стадиондың инфраструктураһы хаҡында һөйләне, проект буйынса ул иң юғары стандарттарға тап килергә тейеш. Стадион 4700 кешегә иҫәпләнгән.

Шулай уҡ секцияла аренаға илткән юлдар, Олимпиадала ҡатнашыуға илдәрҙән йүнәлтеләсәк квоталар мәсьәләләре ҡуҙғатылды.

— Биатлонды бөтә йөрәк менән яратыусылар уға шиғриәт күҙлеге аша ҡарарға, ә ҡайһы саҡта тик тыңларға ғына тейеш, — тине Вадим Мелехов. – Атыу тауышы ла төрлө була: спортсының сәпкә тейеү-теймәүен ишетеп, тойоп та була. Биатлонға ошо рәүешле «ҡарап» ҡарағыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть