Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙе ҡыҙыу темпта алып бара

Иҡтисад

Башҡортостанда 4734 га майҙанда (планлаштырылғандың һигеҙ процентында) шәкәр сөгөлдөрө сәселгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Тағы бер техник культура — көнбағыш 15976 гектарҙы биләй (12 процент). Бынан алдағы көн менән сағыштырғанда сәсеүлектәр өсәр процентҡа артҡан.

Һуңғы тәүлектә шәкәр сөгөлдөрө сәсеү буйынса – Благовар, Мәләүез, Шишмә хужалыҡтары (сәсеүлектәрен 7-шәр процентҡа арттырған), көнбағыш буйынса Миәкә һәм Көйөргәҙе районы ауыл хужалығы предприятиелары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, улар үҙҙәренең күрһәткестәрен 13 һәм туғыҙ процентҡа арттырған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, әле Башҡортостандың 53 районы сәсеү эштәрен алып бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть