Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Мәскәү дәүләт университеты студенттары алдында сығыш яһаны

Сәйәсәт

26 апрелдә, Мәскәүҙә Башҡортостан көндәрен үткәреү сиктәрендә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында булды, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Интеллектуаль үҙәк – университеттың Фундаменталь китапханаһында Рөстәм Хәмитов уҡыу йорто ректоры Виктор Садовничий менән осрашты һәм студенттар алдында лекция менән сығыш яһаны.

Белешмә өсөн. 2011 йылдың декабрендә Башҡортостан менән М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты араһында ғилми-тикшеренеү эштәрен үткәреү, шулай уҡ мәғариф, фәнни-ғәмәли проекттарҙы һәм республиканы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәшелгәйне. Университетта республика өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙе ойоштороу, яҡтарҙың инновацион инфраструктураһын үҫтереү, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу килешеүҙең төп йүнәлештәре булып тора.

Килешеү сиктәрендә ағымдағы йылда Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән Мәскәү дәүләт университетына юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙең 10 йүнәлеше буйынса маҡсатлы урындарға заявка йүнәлтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть