7 декабрь, Шаршамбы

27 апрель 2012 йыл, 9:12

Башҡортостандағы майҙандарҙың 22 процентында иген сәселгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары әле 324 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәрҙе. Былтыр ошо уҡ көндө сәсеү агрегаттары баҫыуға саҡ сыҡҡайны ғына әле – 2011 йылғы сәсеү 26 апрелдә башланды. Бөгөнгө көндә иген һәм ҡуҙаҡлы иген култьтуралары 273 мең гектар майҙанда сәселгән. Был планлаштырылған иген баҫыуҙарының 22 проценты, тип хәбәр иттеләр республиканың аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән. Шул уҡ мәлдә иген һәм ҡуҙаҡлы иген сәсеү буйынса эштәрҙең яртыһын теүәлләгән райондар ҙа бар – былар Архангел (61 процент), Дүртөйлө (51 процент) һәм Күгәрсен райондары (53 процент).

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы ҡыҙыу бара. Көн һайын республика эшсәндәре сәсеүлектәрҙе дүрт-биш процентҡа арттыра. Архангел, Дүртөйлө һәм Мәләүез районы ауыл хужалығы предприятиелары һуңғы тәүлектә яҙғы сәсеү буйынса үҙҙәренең күрһәткесен ете процентҡа яҡшыртҡан.

Әле 53 районда сәсеү эштәре алып барыла.