3 декабрь, Шәмбе

26 апрель 2012 йыл, 18:00

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы коллективын Юғары лигала чемпион титулын яулауы менән ҡотланы

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы коллективына, илдең Юғары хоккей лигаһында чемпион титулын яулау айҡанлы, ҡотлау ебәрҙе.

— Бөтә республика исеменән һеҙҙе ысын күңелдән еңеү менән ҡотлайым! Тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостан клубы Юғары лига чемпионы булды! – тиелә республика башлығының ҡотлау хатында.

Үҙҙәренең матур, һөҙөмтәле уйыны менән «Торос» уйынсылары «республиканың барлыҡ хоккей яратыусыларына ҙур ҡыуаныс килтерҙе», тиелә ҡотлауҙа. Президент иҫәпләүенсә, «Салауат Юлаев» командаһының тәжрибәле уйынсылары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙе ҡыуандыра алмаған» осорҙа был еңеү айырыуса мөһим.

— Һеҙ чемпион титулын легионерҙар түгел, ә нигеҙҙә Башҡортостан хоккей мәктәбендә шөғөлләнеүселәр уйнаған состав менән яуланығыҙ, был бик мөһим. Был йәштәребеҙгә, уларҙың тыуған республика өсөн көрәшеү теләгенә булған өмөттәребеҙҙе аҡлай. Киләсәк — Башҡортостан йәштәре ҡулында, — тиелә республика башлығының ҡотлау хатында.

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы етәкселәренә, тренерҙар штабына, барлыҡ коллективына «юғары профессионализм, оҫталыҡ һәм еңеүгә ынтылыш өсөн» рәхмәтен белдерҙе. Президент уйынсыларға ярҙам иткән көйәрмәндәргә лә рәхмәтен еткерҙе, шулай уҡ «Торос»тың яңы миҙгелдә лә клубтың һәм республика хоккейының лидерлыҡ позицияһын нығыта аласағына ышанысын белдерҙе.