9 декабрь, Йома

26 апрель 2012 йыл, 15:52

«Ҡандракүл» тәбиғәт паркында 3000 ҡарағай ултыртылды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 22 апрелдә старт алған «Парктар маршы-2012» республика акцияһы сиктәрендә «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы биләмәһендә өс мең ҡарағай ултыртылған. Йәш үҫентеләр дөйөм алғанда бер гектар майҙанды биләй, тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Йәш ағастар ултыртыу акцияһында парк дирекцияһының 20 хеҙмәткәре ҡатнашҡан.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, тәбиғәт паркында йәшелләндереү эштәре үткәреүгә йыл һайын етди иғтибар бирелә. Былтыр, мәҫәлән, бында күк шыршылар ултыртылған. Улар барыһы ла ерегеп киткән һәм әле парк биләмәһен биҙәй.

«Парктар маршы-2012» акцияһы сиктәрендә парк дирекцияһы планында урман массивтарын, һаҡланған һыу зоналарын һәм яр буйҙарын таҙартыу буйынса төрлө акциялар үткәреү ҙә ҡаралған.

Белешмә өсөн: «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы Туймазы районында урынлашҡан. Уның дөйөм майҙаны яҡынса биш мең гектарға тиң.