Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Мин - журналист» конкурсында еңеүселәр тәбрикләнде

Йәмғиәт

Өфөлә «Мин — журналист» конкурсына йомғаҡ яһалды, уны «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторҙо.

Һәләтле йәштәрҙе профессиональ журналистлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелгән конкурста 18 йәштән алып йәш авторҙар ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның матбуғат хеҙмәтенән. Унда киң мәғлүмәт сараларының штаттағы һәм штаттан тыш хәбәрселәре ҡатнашты.

Конкурста еңеүселәр алты номинацияла билдәләнде: баш мөхәррир; мөхәррир урынбаҫары; хәбәрсе; фотохәбәрсе; компьютерҙа версткалау буйынса белгес; корректор. 12 кеше финалға сыҡты. Уларҙың барыһы ла профессиональ журналистарҙың лекцияларын тыңлау мөмкинлегенә эйә булды, журналистар менән осрашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты бинаһында ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть