Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы менән Ҙур театр араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Сәйәсәт

Бөгөн Мәскәүҙә асылған Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Ҙур театры генераль директоры Таһир Иҡсанов менән осрашты. Уның һөҙөмтәһендә  Башкортостан Республикаһы менән «Рәсәйҙең Дәүләт академия Ҙур театры» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Рөстәм Хәмитов менән Таһир Иҡсанов ҡултамғаһын ҡуйҙы.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы алдынан Таһир Ғәҙелйән улы республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән уның хәләл ефете өсөн театр менән танышыу экскурсияһын ойошторҙо, театр музейын күрһәтте, Ҙур театрҙың тарихы, уның реконструкцияһы, бөгөнгө торошо, яңы спектаклдәр тураһында һөйләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть