Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропорты авиамаршруттарҙы үҫтереүгә арналған Азия форумында ҡатнашты

Иҡтисад

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең делегацияһы Ҡытайҙың Ченгду ҡалаһында үткән Routes Asia 2012 — авиамаршруттарҙы үҫтереү буйынса Азия форумында ҡатнашты. 1995 йылдан башлап үткәрелгән был форумда донъяның иң ҙур аэропорттары һәм авиакомпаниялары ҡатнаша.

Предприятиеның маркетинг бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, «Өфө» аэропорты белгестәре Finnair (Финляндия), China Southern Airlines (Ҡытай), China Eastern Airlines (Ҡытай), Air China (Ҡытай),Vietnam Airlines (Вьетнам), Hainan Airlines (Ҡытай), Etihad (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) кеүек авиаташыусылар менән даими һәм чартер рейстары ойоштороуға бәйле бер нисә һөйләшеү үткәргән.  

Осрашыуҙар барышында «Өфө» аэропортына чартер рейстары башҡарыу, Ҡытайға, Вьетнамға,Таиланд һәм Финляндияға даими рейстар асыу перспективалары тураһында алдан яҡынса килешеүҙәргә өлгәшелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть