7 декабрь, Шаршамбы

26 апрель 2012 йыл, 14:34

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө үтте

автор: Әлим Фәйезов

Көн элгәре Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө үткәрелде. Уны ойоштороусы булып ҡаланың Мәҙәниәт буйынса комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының төньяҡ баш ҡалалағы Даими вәкиллеге ярҙамында Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) сығыш яһаны. Программа сиктәрендә «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Елғыуар» фильмы тәҡдим ителде, республиканың профессиональ һәм үҙешмәкәр артистары сығыш яһаны, ҡурай моңо яңғыраны. Шулай уҡ башҡорт балы күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо. Сара йәштәр дискотекаһы менән тамамланды, тип хәбәр итте Башҡортостандың Петербургтағы Даими вәкиллеге баш белгесе Мәүлиҙә Ильясова.