7 декабрь, Шаршамбы

26 апрель 2012 йыл, 14:17

Башҡортостан спортсыһы Артур Зөлҡәрнәев милли көрәш буйынса донъя чемпионы булды

автор: Розалия Вәлиева

Ҡыйғы районы спортсыһы Артур Зөлҡәрнәев 15-16 йәштәрҙәге үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса донъя беренселегендә 75 килограмм ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы. Бәйге Бразилияның Сан-Пауло ҡалаһында үтте.

Артур Зөлҡәрнәев – Рәсәй йыйылма командаһында берҙән-бер Башҡортостан вәкиле. Март аҙағында Йошкар-Ола ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә еңеү яулап, Артур донъя беренселегенә путевка алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Артурҙың тәүге тренеры – атаһы Валерий Зөлҡәрнәев. Әлеге ваҡытта спортсы Роберт Исмәғилев етәкселеге аҫтында шөғөлләнә.

Донъя беренселеген ойоштороусылар булып Халыҡ-ара көрәш стилдәре берләшмәһе федерацияһының Бөтә донъя комитеты менән берлектә Халыҡ-ара билбау көрәше федерацияһы сығыш яһаны. Үҫмерҙәр араһында бындай кимәлдәге бәйге тәүгә үткәрелде. Латин Америкаһы илдәрендә көрәште пропагандалау һәм үҫтереү Бразилияла үткән ярыштарҙың төп маҡсаты булып торҙо.

темалар: милли көрәш