6 декабрь, Шишәмбе

26 апрель 2012 йыл, 13:40

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре асыла

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн эш сәфәре менән Мәскәүгә килде. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Рәсәйҙең баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре асыла, уның сиктәрендә Мәскәү халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын һәр төрлө бихисап осрашыуҙар көтә, унда улар башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, Башҡортостандың төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән таныша аласаҡ.

Шулай итеп, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһында республиканың сәнәғәт һәм инвестицион ҡеүәттәренең, Башҡортостан ғалимдарының мөһим фәнни ҡаҙаныштарының, шулай уҡ Башҡортостан менән Мәскәүҙең туристик продукттарының презентацияһы үтәсәк. Ошонда уҡ түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырылған, унда Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең эшлекле даирәләре һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Тикшереләсәк төп темалар иҫәбендә төбәктәрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү механизмдары, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итәсәк яңы проекттар күрһәтелгән.

Эш программаһында йәнә Башҡортостан Президентының Мәскәү мэры Сергей Собянин менән осрашыуы, Рөстәм Хәмитовтың М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенттарына лекцияһы, республика менән Ҙур театр араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған.

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәренең бай эстәлекле мәҙәни программаһы тураһында ла әйтмәй ҡалдырып булмай. Рәсәйҙең баш ҡалаһында бер юлы өс күргәҙмә асыласаҡ. «Башҡортостан – Евразия ынйыһы» фотоэкспозицияһына йөҙгә яҡын эш индерелгән. Уларҙа тәбиғәт, туризм, экотуризм, традициялар, кәсептәр, мәҙәниәт, спорт һәм тағы күп нәмә сағылдырылған. Биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре изделиелары күргәҙмәһе менән Башҡортостан нәшриәттәренең китаптар экспозицияһы ла бихисап байрам саралары өсөн сағыу фон буласаҡ. Быларҙың барыһын да Халыҡ-ара Музыка йортона килгәндәр күрә аласаҡ, Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының концерты ла ошонда үтәсәк.

Тағы бер күргәҙмә – республиканың Рәссамдар союзыныҡы – «Яңы манеж» күргәҙмә залында эшләйәсәк.

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре «Башҡортостан» киностудияһы эштәренең презентацияһы менән тамамланасаҡ. 28 апрелдә «Еңмеш», «Ел ҡыуыусы», «Ун өсөнсө раунд» нәфис фильмдарын, «Һуғыш беҙҙе балаларға һанаманы!» документаль таҫмаһын һәм «Батырҙар тураһындағы әкиәттәр», «Иҫәр бүре» һәм башҡа анимацион фильмдарҙы ҡарарға мөмкин буласаҡ. Башҡортостан киноһы көнө «35 мм» кинотеатрында үтәсәк.