4 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2012 йыл, 12:54

Халыҡ-ара бейеү көнөндә өфөлөләрҙе бейергә өйрәтәсәктәр

автор: Розалия Вәлиева

Өфөлә Халыҡ-ара бейеү көнө 29 апрелдә 17 сәғәттә Каруанһарай алдындағы төп майҙанда билдәләнәсәк.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге сығыш яһай. «Дорожное радио» сараны мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итә. Төрлө быуындар, йәштәр һәм ололар араһындағы сикте юйыу байрамдың төп идеяһы булып тора.

– Бындай сара ҡалала тәүгә үткәрелә, — тине БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының социаль мәсьәләләр һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Таһир Ғизәтуллин. – Байрамға Өсөнсө быуын университетында белем алыусылар саҡырылды. Тәжрибәле инструкторҙар уларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрәсәк, ә дәрестәр ололарҙың һаулығын нығытасаҡ.