Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республика табип-физкультура диспансерында Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә

Йәмғиәт

Һуғыш ветерандары өсөн Республика табип-физкультура диспансерында 2-5 майҙа Асыҡ ишектәр көнө ойошторола, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был көндәрҙә теләге булғандарҙың барыһы ла Блюхер урамы, 1 адрес буйынса урынлашҡан Республика табип-физкультура диспансерының Сәләмәтлек үҙәгендә тикшеренеү үтә ала. Ветерандар умыртҡа һөйәгенә, быуындарға бәйле ауырыуҙарҙы, терәк-хәрәкәт системаһы имгәнеүенән һуң өҙлөгөүҙе дауалау буйынса консультациялар ала аласаҡ. Пациенттарҙы табип-травматолог һәм дауалау физкультураһы буйынса табип ҡабул итәсәк. Консультацияларҙы 235-60-07 телефоны аша алырға ла мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть