Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт драма театры актерҙары эстрада йондоҙҙары менән музыкаль рингта көс һынашасаҡ

Йәмғиәт

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә музыкаль ринг үтәсәк, унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм театр актерҙары ҡатнашасаҡ. Музыкаль сара кесе йома, 26 апрелдә, үтәсәк.

Башҡорт драма театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәти булмаған бәйге программаһында һүҙ жанры артистарының ижади номерҙары ҡаралған. Театр исеменән Сәғиҙулла Байегет, Алһыу Бәхтиева, Фирүзә Париж, Светлана Хәкимова, Урал Әминев, Артур Ҡунаҡбаев, Хәким Мортазин сығыш яһаясаҡ. Уларға ҡаршы башҡорт эстрадаһының билдәле йондоҙҙары Гүзәл Аҫылбаева, Зилиә Бәхтиева, Руслан Зөлҡәрнәев, Раил Өмөтбаев, Гүзәл Әҙеһәмова, Рафаэль Сәғитов, Линар Халиков сәхнәгә сығасаҡ.

— Барыһы ла ысын ринг ҡағиҙәләре буйынса үтәсәк, — тип аныҡлыҡ индерҙеләр матбуғат хеҙмәтенән. – Сюрприздарға ҡатнашыусылар ғына түгел, тамашасылар ҙа әҙер булырға тейеш. Кисә ҡунаҡтарын яңы йырҙар көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть