5 декабрь, Дүшәмбе

26 апрель 2012 йыл, 11:54

1 майҙа Өфөлә «фонтандар миҙгеле» асыла

автор: Галина Бахшиева

1 майҙа, 12 сәғәттә, Өфө скверҙарында, мәҙәниәт һәм ял парктарында ҡала фонтандары асыласаҡ.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, «фонтандар байрамы» сиктәрендә концерттар, төрлө тамашалар үткәреү, ҡаланың ижади коллективтары һәм ансамблдәре сығыштары планлаштырылған.

Байрам сараларында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша ала. Иң әүҙем бәләкәй өфөлөләргә бүләктәр тапшырыласаҡ.