2 декабрь, Йома

26 апрель 2012 йыл, 11:44

Башҡортостанда муниципалитеттар эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә субсидия алыу мөмкинлегенә эйә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың муниципаль берәмектәре эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты 2012 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә түбәндәге саралар үткәреү хаҡында иғлан итә: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса муниципаль программалар сараларына ярҙам итеү өсөн республиканың муниципаль берәмектәренә субсидия биреү буйынса конкурс; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға күп профилле муниципаль берәмектәргә (моноҡалаларға) субсидия биреү буйынса конкурс нигеҙендә һайлап алыу.

Документтар 2 майҙан 1 июнгә тиклем ҡабул ителә.